3 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2011 йыл, 16:02

Рәсәйҙә тимер юл билеттарына хаҡ арта

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Дәүләт эсендәге дөйөм файҙаланыуҙағы тимер юл транспортында юл йөрөүгә тариф ставкалары 2012 йылдың 1 ғинуарынан 10 процентҡа артасаҡ, тип хәбәр итә РФ Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт. Пассажирҙар ташыуға бәйле өҫтәмә хеҙмәттәргә хаҡтар ҙа ошондай уҡ күләмгә артасаҡ.

Йәнә ведомство сайтында билдәләнеүенсә, алыҫ араға йөрөүсе поездар составындағы плацкарт һәм дөйөм вагондарҙа юл йөрөү тарифтары кимәленә, ғәҙәттәгесә, 2012 йылдың календарь осорҙары буйынса айырымланған индекстар билдәләнә. Миҫал өсөн, байрам алдынан, 8 майҙа, Еңеү байрамы – 9 майҙа тарифтар 50 процентҡа кәметеләсәк. Ә Яңы йыл алды көндәрендә, 29 һәм 30 декабрҙә, юл йөрөү, киреһенсә, ҡыйбатланасаҡ: ставкалар үҫеше был арала иң юғары нөктәһенә етеп, 20 процентты тәшкил итәсәк.

Тарифтарҙың йыллыҡ уртаса кимәле йылдың 97 көнөндә генә ғәмәлдә, башҡа ваҡытта арттырылған йәки кәметелгән ставкалар ҡулланыла, тип билдәләй Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт.  

Башҡортостан эсендә юл йөрөүгә килгәндә иһә, БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, «2012 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан финанслау планлаштырылған күләмдә булһа, шулай уҡ ҡала яны тимер юл компанияларына инфраструктура хеҙмәттәренән файҙаланыуға ташламалар бирелһә, республика биләмәһендә электр поездарында юл йөрөүгә хаҡтарҙы арттырыу планлаштырылмай».