3 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2011 йыл, 15:22

Өфөлә баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыларының форумы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

14 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыларының форумы үтәсәк. Сарала ағымдағы йылдың ноябрь айында Өфөлә булдырылған Уҡытыусылар ассоциацияһының артабанғы эшмәкәрлеге тикшереләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уның составына ҡала, төбәк һәм бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар призерҙары остаздары, тикшеренеүсе уҡытыусылар инде. Ассоциация маҡсаттары – дөйөм урта белем биреүҙең сифатын арттырыу, педагогтарҙың инновацион тәжрибәһен йәйелдереү буйынса эшмәкәрлекте көйләү, мәғариф үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын асыҡлау.

Сара Өфөнөң Мәғариф идаралығы һәм фәнни-мәғлүмәт методик үҙәге ярҙамында баш ҡаланың педагогтар берләшмәһе вәкилдәре башланғысы менән ойошторола.

Форум эшендә, уҡытыусыларҙан тыш, ҡала хакимиәте, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты, алдынғы юғары уҡыу йорттары, Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы башҡорт республика ойошмаһы вәкилдәре, ата-әсәләр, педагогик хеҙмәт ветерандары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.