Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр менән осрашыу ойошторола

Йәмғиәт

Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы баш ҡалалағы етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы аҫрауға алған ғаиләләр менән осрашыу ойоштора. Ул шишәмбе, 13 декабрҙә, ҡала мэрияһында үтәсәк.

Ведомствонан аңлатыуҙарынса, был сара балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләрҙе закондар сығарыу базаһындағы үҙгәрештәр һәм алмаш ғаилә институты үҫешенең перспективалары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу өсөн кәрәк.

Балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләр менән Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимир Баязитов, Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы начальнигы Руслан Хәбибов, ведомствоның төп юрисконсульты Елена Пашина һәм уллыҡҡа алыу һәм балаларҙы ғаиләләргә биреү бүлеге начальнигы Елена Макушина осрашасаҡ.

Әйтергә кәрәк, Өфөлә опека һәм попечителлек, тәрбиәгә алыу һәм патронат, уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу кеүек етем һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙың дүрт формаһы ҡулланыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть