8 декабрь, Кесе йома

12 декабрь 2011 йыл, 13:47

Интеллектуаль йәштәрҙең федераль интернет-порталы Башҡортостандың йәш ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер

автор: Эльмира Сабирова

Интеллектуаль йәштәрҙең интернет-порталы йәш ғалимдарға һәм белгестәргә ориентирланған конференциялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу һәм үткәреү менән шөғөлләнгән кешеләрҙе хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Ресурс үткәреләсәк саралар тураһында бушлай мәғлүмәт урынлаштырыу мөмкинлеге бирә. Был мәғлүмәт артабан автоматик рәүештә порталда теркәлгән ҡулланыусыларға ебәрелә. Әйткәндәй, 2011 йылдың декабренә ҡарата уларҙың иҫәбе 4800 кешенән ашҡан булыуы билдәле.

Тематик бүлектәрҙә мәғлүмәт урынлаштырыу өсөн порталда теркәлеп, логин һәм пароль ярҙамында порталға инергә, үҙегеҙгә кәрәкле тематик бүлекте һайларға һәм «Сара (конференция) өҫтәргә»/«Грант өҫтәргә» гиперһылтанмаһына баҫырға кәрәк (мәғлүмәт урынлаштырыу өсөн һайланған бүлеккә ҡарап).

Интеллектуаль йәштәрҙең интернет-порталы «Рәсәй йәш ғалимдар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы проекты булараҡ 2005 йылда булдырылған.

Проект буйынса тулыраҡ мәғлүмәт өсөн: http://bash.rosmu.ru/

темалар: фән, интернет