9 декабрь, Йома

12 декабрь 2011 йыл, 13:30

«Культура» телеканалында Башҡортостандың солоҡ ҡорттары тураһында фильм күрһәтеләсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Режиссер Сергей Кривосудовтың  Башҡортостандағы ҡырағай бал ҡорттары тураһындағы «Ҡырағай бал» («Дикий мед») документаль фильмы «Культура» телеканалында 12 декабрҙә 13 сәғәттә эфирға сығасаҡ. «Башинформ» агентлығына проекттың башҡарма продюсеры Мансур Йомағоловтың хәбәр итеүенсә, фильм быйыл көҙ Бөрйән районындағы Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында төшөрөлгән. Фильм төшөрөүгә аҡсаның бер өлөшө республика Президентының мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә бирелгән гранты иҫәбенә Башҡортостан Хөкүмәте менән бүленгән.

Солоҡсолоҡ — Көньяҡ Уралдың кеше ҡулы теймәгән урмандарында, Башҡортостан Республикаһында һаҡланып ҡалған боронғо ҡортсолоҡ формаһы. Солоҡсо – юғалып барыусы, ә бихисап көнбайыш илдәре өсөн бөтөнләй юғалған һөнәр. Һуңғы йылдарҙа Европала экопродукттар ҙур популярлыҡ яулай. Ҡасандыр солоҡсолоҡ кәсебе йәшәгән Польшала ла был кәсепте тергеҙергә ҡарар ителгән.