7 декабрь, Шаршамбы

12 декабрь 2011 йыл, 13:05

Өфөлә «Сервис инновациялары һәм перспективалары» тикшерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында сервис инновациялары һәм мөмкинселектәре тикшерелде. VIII Халыҡ-ара ғилми-техник конференция Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының 40 йыллығы уңайынан ойошторолдо.

Конференция сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү структураһы ойошторолоуына 50 йыл тулыуға арналған секция үткәрелде.

БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин үҙенең сәләмләү һүҙендә көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһенең әһәмиәтен һәм тармаҡ үҫешенең Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһына бәйле булыуын билдәләне. Конференцияла белгестәр көнкүреш хеҙмәттәре баҙарындағы хәлдәрҙе баһалап, булған проблемаларға һәм артабанғы үҫеш перспективаларына анализ яһаны, ауыл биләмәләрендә көнкүреш хеҙмәтләндереүенең ролен билдәләне.  

Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе үҫешенә индергән өлөшө өсөн тармаҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.

темалар: сауҙа, сервис