3 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2011 йыл, 12:30

Ноябрҙә Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,4 процентҡа артты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бер ай эсендә аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар 0,4 процентҡа артты. Башҡортостанстат тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексын баҫтырып сығарҙы. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар ноябрҙә 0,5 процентҡа ҡиммәтләнде. Хеҙмәттәргә хаҡ 1,1 процентҡа артты.

Дөйөм алғанда йыл башынан ҡулланыусылар хаҡтары индексы республикала 106,2 процент тәшкил итте. Уртаса Рәсәй буйынса был күрһәткес бер аҙ түбәнерәк – 105,6 процент. Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, Волга буйы федераль округында индекс 104,8 проценттан алып (Һарытау өлкәһе) 106,3 процентҡа тиклем (Киров өлкәһе) тәшкил итә.