Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәштәр митинг үткәрҙе

Сәйәсәт

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы алдында йәштәрҙең митингыһы үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына был сараның төп ойоштороусыһы буып сығыш яһаған «Йәш Гвардия»ның төбәк бүлексәһенән хәбәр иттеләр. Митингыға йәштәрҙең башҡа йәмәғәт ойошмалары ла ҡушылған.

Митингыға сыҡҡандар юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм әүҙем тормош позицияһын пропагандалау кеүек йәштәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итеп сығыш яһаған.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкиле Александр Толстых билдәләүенсә, был маҡсаттарҙың барыһына ла әүҙем эшмәкәрлек алып барыу ярҙамында -  пикеттар, митингылар, илдә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекереңде белдереү һәм «Йәш Гвардия» ойошторған һәр төрлө социаль акцияларҙа ҡатнашыу арҡаһында ғына ирешергә мөмкин.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть