5 декабрь, Дүшәмбе

12 декабрь 2011 йыл, 9:56

Өфөлә донорлыҡ акцияһы үтте

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йөрәктән йөрәккә» донорлыҡ акцияһы үтте, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Сара инициаторы булып республика Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Координация советы сығыш яһаны. Быйыл акция икенсегә үткәрелде. Дүрт көн эсендә 200-гә яҡын шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәре ҡан тапшырҙы.

Донорҙар ҡанына ихтыяж һәр саҡ арта. Был ҡан ебәреүҙе талап иткән операциялар һанының артыуы һәм шулай уҡ юғары технологиялы медицина ярҙамының үҫеүенә бәйле. Ошоға бәйле гражданлыҡ йәмғиәтенең барлыҡ секторҙары вәкилдәрен донорлыҡты үҫтереүгә йәлеп итеү зарур, тип иҫәпләй белгестәр.

темалар: акциялар