3 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 17:41

Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы «Миңә ғаилә кәрәк» проектын башлай

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң Опека һәм попечителлек идаралығы «Миңә ғаилә кәрәк» яңы социаль проектын тәҡдим итә. Проект атай-әсәй наҙынан мәхрүм булған етем балаларға йәнә ғаилә табырға ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.

Балалар мотлаҡ ғаиләлә йәшәргә һәм тәрбиәләнергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр ведомствола. Сөнки тик ғаиләлә генә бала тейешле һөйөү, наҙ, ярҙам ала, туғандары, күршеләре һәм эргә-тирәләге кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәттәр булдырырға өйрәнә.

Идаралыҡ сайтында булдырылған «Миңә ғаилә кәрәк» бүлегендә етем балаларҙың фотолары һәм улар тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған да инде.

Өфөнөң балалар йорттарында, приюттарында әлеге ваҡытта 500 етем бала һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар йәшәй һәм тәрбиәләнә. Һәр береһенең үҙенең аяныс яҙмышы, шуға күрә улар яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж, сабыйҙар ныҡлы ғаилә табырға хыяллана.

Бөгөнгө көндә ҡалала етем балаларҙы урынлаштырыуҙың дүрт төрө әүҙем үҫтерелә: уллыҡҡа алыу һәм опеканың 3 төрө — түләнмәй торған опека һәм патронат һәм тәрбиәгә алыусы ғаилә рәүешендә килешеүҙә ҡаралған шарттар буйынса рәсмиләштерелгән опека.

Идаралыҡ телефоны: 279-91-80, 279-91-84. Бынан тыш, белгестәргә идаралыҡ сайтындағы тейешле бүлек аша ла яҙылырға була.