Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты

Сәйәсәт

9 декабрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында (Марий Иле Республикаһы) Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында» мәсьәләһе буйынса Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

Ултырыш ил башлығының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота рәйеслегендә үтте. Унда шулай уҡ Совет ағзалары – төбәк губернаторҙары, баш федераль инспекторҙар, федераль һәм төбәк министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмә башында Григорий Рапота социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре менән таныштырҙы, уларға ярашлы Рәсәйҙә йәшәгән һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 49,9 проценты урамда үҙҙәрен тулыһынса яҡланған тип һанамай, 40 проценттан ашыуы – хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен кире баһалай. Тулы хоҡуҡлы вәкил һүҙҙәренсә, был хәлде үҙгәртергә кәрәк һәм бының өсөн, тәү сиратта, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртеү зарур.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть