Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ташлама менән файҙаланыусылар өсөн бушлай финанс консультациялары үтә

Иҡтисад

Башҡортостандың социаль технологиялар институты студенттары Өфөлә социаль яҡтан яҡланмаған граждандар өсөн финанстар темаһына бушлай консультациялар үткәрә. Вуз уҡытыусылары етәкселегендәге финанс-иҡтисад факультетының өлкән курс студенттары эш хаҡына, физик шәхестәргә һәм эшҡыуарҙарға һалым һалыуға, ғүмерҙе һәм торлаҡты страховкалауға, кредитлауға бәйле һәр төрлө һорауҙарға яуап бирергә әҙер, шулай уҡ бизнес-план төҙөргә йәки банкта вклад асырға ла ярҙам итәсәк.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡортостан социаль технологиялар институты консультанты» тип аталған финанс хеҙмәте аҙнаһына өс тапҡыр – дүшәмбе, шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә 14-16 сәғәттәрҙә эшләй. Ҡабул итеү Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 74/2, 101-се бүлмә адресы буйынса үткәрелә. Тел.: 241-42-72.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть