4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 16:05

Яҙыусы Суфиян Поварисов менән шағир Ҡәҙим Аралбаев почетлы исемдәргә лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Ғәзиз Йосопов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указдары менән әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелгән дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр йома, 9 декабрҙә, республика Хөкүмәтендә тапшырылды.

— Бөгөн – мөһим көн. Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалдарына наградалар тапшырыла, — тине вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина наградлау тантанаһы алдынан.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» исеменә 80-дән ашыу әҫәр авторы Суфиян Поварисов лайыҡ булды.

— Беҙ һеҙҙе билдәле публицист, драматург, ғалим, филология фәндәре докторы, профессор булараҡ беләбеҙ. Һеҙ – халыҡ араһынан сыҡҡан һәм халыҡ өсөн эшләгән яҙыусы, — тип билдәләне БР Хөкүмәте вице-премьеры. – Һеҙҙең беренсе шиғырығыҙ 1953 йылда донъя күргән һәм «Бәхет» тип аталған. Ә тәүге әҙәби әҫәрегеҙ 1959 йылда баҫтырылған. Һеҙ – республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле яҙыусы. Ижадығыҙҙы беләләр, уҡыйҙар, яраталар. Һеҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгәнһегеҙ. Ҡорал тотоп, киләсәк быуын өсөн Еңеү һәм тыныс күк йөҙөн яулағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ.

Әйткәндәй, Суфиян Поварисов – етенсе халыҡ яҙыусыһы.

— Башҡортостан Президентына ижадыма объектив баһа биргәне өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм, — тине үҙ сиратында яҙыусы. – Миңә 88 йәш, әммә эшемде дауам итәм. Әле генә яңы романымды тамамланым, исеме әлегә — «Иман».

Наградланыусылар иҫәбендә Ҡәҙим Аралбаев та булды. Уны башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн билдәләнеләр.

— Һеҙҙе республиканан ситтә лә яҡшы беләләр. Шиғырҙарығыҙ Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының күп телдәренә тәржемә ителгән. Ижадығыҙҙы мәктәп уҡыусылары өйрәнә, — тине Зөһрә Рәхмәтуллина. – Һеҙ етди йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнәһегеҙ. Ысын күңелдән артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ.

Ҡәҙим Аралбаев – Башҡортостан Республикаһының 13-сө халыҡ шағиры.

— Мин 1941 йылда, Ырымбур өлкәһенән алыҫ булмаған Хәйбулла далаларында, Таңатар ауылында тыуҙым. Ғаиләлә алты бала үҫтек, — тип һөйләне Ҡәҙим Аралбаев. – Әҫәрҙәрем 1963 йылдан алып баҫтырыла, 48 йылымды яратҡан эшемә бағышланым. Былтыр һәм әлеге йылда «Китап» нәшриәте минең һайланма әҫәрҙәремдән йыйынтыҡтар баҫтырып сығарҙы.

Башҡорт дәүләт университеты профессоры Тимерғәли Килмөхәмәтов һүҙҙәренсә, Суфиян Поварисов – республикала билдәле шәхес.

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова бындай матур сарала ҡатнашыуына шат булыуын белдерҙе.

— Бөгөн беҙ наградлаған кешеләр ысынында ла үҙҙәренең оло хеҙмәте, һәләте, гражданлыҡ позицияһы менән башҡорт әҙәбиәте тарихындағы урындарын һәм ролдәрен иҫбатланы, — тип билдәләне ул. – Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ, әлбиттә, төбәк мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә.

темалар: наградлауҙар