Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Бюджет күләме буйынса Башҡортостан алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Иҡтисад

Бюджет күләме буйынса Башҡортостан алдынғы төбәктәр иҫәбендә.  

— Тупланма бюджет керемдәре һәм сығымдарының күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында ла, Рәсәйҙә лә юғары урындарҙа килә, — тип хәбәр итте БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина онлайн-конференция барышында. — 2011 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса беҙ округ буйынса – икенсе, Рәсәйҙә 11-се урындабыҙ.

Шул уҡ ваҡытта финанс министры әйтеүенсә, йән башына иҫәптә беҙҙең күрһәткестәр улай уҡ юғары түгел. Әгәр табыштар һәм сығымдарҙы республика халҡы иҫәбенә бүлгәндә, Волга буйы федераль округында Башҡортостан 14 субъект араһында һигеҙенсе-туғыҙынсы урында буласаҡ, ә Рәсәй буйынса бөтөнләй 64-се урында ҡаласаҡ.

Рузалия Хисмәтуллинаның билдәләүенсә, республика бюджетына федераль ҡаҙнанан ҙур булмаған дотациялар күсерелә, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан территорияһында формалашҡан 300 миллиард һум самаһы һалым һәм һалым булмаған килемдәр Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына йүнәлтелә, уларҙың 65-70 проценты артабан федераль бюджетҡа китә.

Теги: бюджет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть