4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 14:59

15 декабрҙә Өфөлә МЕГА ғаилә сауҙа үҙәге асыла

автор: Любовь Колоколова

Киләһе аҙнала, 15 декабрҙә, Өфөлә МЕГА ғаилә сауҙа үҙәген асыу тантанаһы үтәсәк. «МЕГА йондоҙҙар ҡабыҙа» тип аталған байрамға ҡала етәкселеге саҡырылған.

Был ваҡиға Яңы йыл алдынан булғанға күрә, комплексҡа килеүселәрҙең барыһын да байрам шыршыһының уттары, боҙҙа бейеү, балаларҙың яратҡан геройҙары, бүләктәр һәм сюрприздар көтә.

МЕГА ғаилә сауҙа үҙәге – ИКЕА компанияһының инвестицион проекты. Өфөләге МЕГА Башҡортостан биләмәһендәге иң эре комплекстарҙың береһе буласаҡ.

Компанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, МЕГА концепцияһы халыҡҡа һатып алыуҙарҙы, бөтә ғаилә менән ял итеүҙе һәм күңел асыуҙы берләштерергә мөмкинселек биреп, рәсәйлеләр алдында ялды ойоштороуҙың өр-яңы яҡтарын аса.

МЕГА-Өфө сауҙа үҙәгендә һәр төрлө тауар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе 187 арендаторҙың магазиндары асыла. ИКЕА магазины, «Ашан» гипермаркеты һәм Леруа Мерлендың «Үҙең эшлә» форматындағы магазины комплекстың төп ҡуртымға алыусылары буласаҡ.  

Сауҙа үҙәгенә килеүселәр өсөн кафе һәм ресторандар, һырғалаҡ һәм балалар өсөн уйын майҙандары эшләйәсәк.

темалар: Яңы йыл, сауҙа