6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 14:41

Ишембай трикотаж фабрикаһы 45 йыллығын билдәләй

автор: Галина Бахшиева

Ишембай трикотаж изделиелары фабрикаһы бөгөн үҙенең 45 йыллығын билдәләй. Предприятиеға 1966 йылдың 9 декабрендә нигеҙ һалынған һәм был арала ул  иҡтисадтағы ҡатмарлы үҙгәрештәр, финанс көрсөгө, сит илдән ағылған сифатһыҙ тауарҙар өҫтөнлөк иткән осорҙа производство һәм кадрҙар потенциалын һаҡлап алып ҡалған заманса ҙур производствоға әйләнгән.

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, әлеге ваҡытта Ишембай трикотаж фабрикаһы етештереү күләмдәре буйынса Рәсәйҙең 92 еңел һәм текстиль сәнәғәт предприятиелары араһында бишенсе урын биләй.