3 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 13:32

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының яҡынса 3 проценты ғына эшкәртелә

автор: Галина Бахшиева

Республикала ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән 120 предприятие иҫәпләнә. Уларҙың 35-е Өфөлә урынлашҡан. Нигеҙҙә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса эштәр Өфөлә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа башҡарыла. Райондарҙа, ғәҙәттә, ҡалдыҡтарҙы йыйыу менән генә шөғөлләнәләр.

Йыл һайын Өфөлә 500 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Стәрлетамаҡта – 60 мең тоннанан ашыу, Салауатта – яҡынса 45 мең тонна, Нефтекамала – 50 мең тоннаға яҡын, Ишембайҙа – яҡынса 25 мең тонна. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ғына Башҡортостан биләмәһендә дөйөм алғанда 1,7 миллион тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының эшкәртеүгә ебәрелгән өлөшө бик аҙ –ҡалдыҡтарҙың дөйөм йыллыҡ күләменең ни бары 3 процент самаһы ғына.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың ноябрендә «2011-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителгәйне. Эксперттар баһалауынса, уны тормошҡа ашырыу төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә экологик именлекте тәьмин итәсәк.

Программа сиктәрендә Өфөлә, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта сүп-сар эшкәртеү заводтарын төҙөү планлаштырыла. Республикала 200-гә яҡын сүп-сар йыйыу һәм 15 тирәһе сүп-сарҙы сорттарға айырыу станцияһы булдырылырға тейеш. Был көнкүреш ҡалдыҡтарының эшкәртеүгә ебәрелгән өлөшөн өстән 50 процентҡа еткерергә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, төбәктә заманса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары төҙөлөшө дауам ителәсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ошондай 36 полигон иҫәпләнә.