6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 13:01

Өфө лимонарийында Лимон ҡушаматлы ҡуян үҫкән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бына бер нисә ай инде Өфө лимонарийында Лимон ҡушаматлы ҡуян йәшәй. Һыуыҡтарҙан ҡасып, көҙгөһөн ул урмандан теплицаға килеп ингән һәм һыуыҡтарҙы быяла аҫтында үткәреүҙе хуп күргән. Һалҡындар етеү менән ҡуян тунын алмаштырған һәм хәҙер цитрондар тирәләй аҡ ҡуян һикерә. Һуңғы арала быйылғы йыл символы бөтөнләй тәртипһеҙләнгән һәм лимонарийҙағы экзотик үҫемлектәрҙе кимерә башлаған.  

— Хеҙмәткәрҙәр һәм беҙҙә практика үткән студенттар Лимонды бөгөн иреккә сығарасаҡ,  — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө урман хужалығы техникумының уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Валиева.

Яңы йылды ҡуянға үҙенең иштәре менән ҡаршыларға тура киләсәк. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре мәңге йәшел баҡсаларында уның урынына алмашҡа киләһе йыл символы – Аждаһа килмәһә ярар ине, тип йылмая. Һәр хәлдә, беҙҙең урмандарҙа бындай йәнлектәр юҡ, шикелле.