Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң вакансиялар йәрминкәһендә һәр урынға өсөшәр эш эҙләүсе тура килде

Иҡтисад

Баш ҡаланан яҡынса 20 ойошма сәнәғәт предприятиелары өсөн үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашты. Улар 200-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте.

— Йәрминкәгә килеүселәргә сәнәғәт кенә түгел, иҡтисадтың башҡа өлкәләренән дә вакансиялар тәҡдим ителде. Улар араһында – сауҙа, төҙөлөш, транспорт. Эш биреүселәр тәҡдим иткән хеҙмәт хаҡы һигеҙ меңдән алып тәшкил итте, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Көн элгәре ҡала вакансиялар йәрминкәһенә килгән 600 өфөлөнән 200 кеше эш биреүселәр менән әңгәмә үтте. Һөҙөмтәлә уларҙан 120 кеше эшкә саҡырыу алды.

Быйыл һуңғынан алдағы, 63-сө вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 15 декабрҙә үтәсәк, унда транспорт һәм элемтә предприятиелары үҙ вакансияларын тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть