6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 12:23

Тәтешлелә балалар биш халыҡтың мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша

автор: Марина Шумилова

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә 9 декабрҙә Тәтешле районы үҙәгендә — Яңы Тәтешле ауылында башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Берҙәм ғаиләлә» тип исемләнгән иртәлек үтә. Ул «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге менән ойошторолған.

Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Антонида Шәйбәкованың әйтеүенсә, балалар Тәтешле районында йәшәгән биш халыҡтың – башҡорттар, татарҙар, удмурттар, рустар һәм мариҙарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша. Иртәлекте алып барыусылар балаларға милли костюмдарҙы күрһәтә, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия, Мари Иле кеүек республикалары тураһында һөйләй. Мәктәп уҡыусылары өсөн милли уйындар, бейеүҙәр ҙә әҙерләнгән.  

— Иртәлек өсөн балалар халыҡ йырҙары өйрәнде, уҡытыусылар уларға бейеү һалды, — тип билдәләне Антонида Шәйбәкова. – Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре тантана өсөн күргәҙмә материалдар, әсбаптар әҙерләгән.