8 декабрь, Кесе йома

09 декабрь 2011 йыл, 12:23

Белгестәр Башҡортостанда клиник цитология мәсьәләләрен тикшерәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Клиник цитологияның көнүҙәк мәсьәләләре» республика конференцияһы 12 декабрҙә Республика клиник онкология диспансерында үтәсәк. Уны клиник лаборатория диагностикаһы табиптарының квалификацияһын күтәреү һәм Башҡортостан халҡына медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу маҡсатында төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойоштора.

«Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сарала ҡатнашыуға клиник лаборатория диагностикаһы табиптары саҡырылған. Конференция барышында был өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк.