Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

БР Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы һәм «Эшлекле Рәсәй» ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Сәйәсәт

8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, агентлыҡтың генераль директоры Андрей Никитин һәм йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Галушка ҡул ҡуйҙы.

Килешеү Рәсәй Федерацияһы субъекты башҡарма власть органдарының төбәктә уңайлы инвестицион мөхитте тәьмин итеү буйынса Эшсәнлек стандартын һынау һәм ғәмәлгә индереү буйынса яҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүен күҙ уңында тота. Килешеү сиктәрендә Стандартты ҡулланылышҡа индереү буйынса төплө план әҙерләнгән һәм раҫланған. Һынау һөҙөмтәләре буйынса яҡтар уны еренә еткереү буйынса үҙенең тәҡдимдәрен әҙерләргә тейеш.

Документ бер йылға иҫәпләнгән, уны артабан оҙайтыу мөмкинлеге бар.

Өфөлә иҫке автомобиль шиндарын үтилләштереү ысулы менән юғары сифатлы резина грануляты етештереү заводы төҙөлөшө килешеү сиктәрендәге берлектәге проекттарҙың береһе булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта агентлыҡ белгестәре проекттың бизнес-планын эшләй, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть