7 декабрь, Шаршамбы

09 декабрь 2011 йыл, 11:25

Республиканың юл фонды муниципалитеттар араһында бүленәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан юл фонды средстволарының өстән бер өлөшө муниципалитеттар – республиканың ҡалалары һәм райондары араһында бүленәсәк. Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина һүҙҙәренсә, был 2012 йылдағы бюджеттың яңы үҙенсәлеге буласаҡ.

— Алдағы йылда республика юл фондының ярайһы уҡ ҙур өлөшө — яҡынса ике миллиард һум урындарға йүнәлтеләсәк. Был средстволар дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙың төҙөклөгөнә, төҙөлөшөнә һәм ремонтлауға ҡулланыласаҡ, — тип хәбәр итте Финанс министрлығы башлығы.

Ул республикала юл фондының федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы быйыл булдырылыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

— Ул беҙҙең бюджет составында раҫланды, уның килемдәр һәм сығымдар өлкәһендәге күләме балансланған һәм 7,4 миллиард һум тәшкил итә, — тип билдәләне Рузалия Хисмәтуллина.

Килемдәрҙең төп сығанаҡтары – транспорт һалымы һәм нефть продукттарын һатыуҙан акциздар. Ҙур булмаған сумма субсидиялар формаһында федераль бюджеттан йүнәлтелә.

Республиканың финанс министры һүҙҙәренсә, киләһе йылда юл фонды күләме яҡынса 2011 йыл кимәлендә һаҡланып ҡаласаҡ.