Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә социаль туризм Башҡортостан өлгөһөндә үҫтереләсәк

Иҡтисад

Башҡортостан бюджетынан яҡынса 37 миллион һум быйыл социаль туризмды үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Йәнә 15 миллион һум самаһы программала ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре тарафынан түләнәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рузалия Хисмәтуллина интернет менән ҡулланыусылар менән онлайн-конференцияһында. Ул бөгөнгө көнгә әлеге программаның Рәсәйҙә берҙән-бер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Тиҙҙән башҡа төбәктәрҙең дә республика өлгөһөнсә эшләй башлауы ихтимал: Башҡортостан башланғысы федераль үҙәктә хуплау тапҡан, һәм ағымдағы йылдың декабрь уртаһында республикала бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк, унда Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программа пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн иҫәпләнгән һәм уларға туристик путевкаларҙы хаҡының 30 процентын ғына түләп алырға мөмкинлек бирә. Ташлама менән ял итеү хоҡуғы менән файҙаланыу өсөн Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть