3 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2011 йыл, 9:48

Рөстәм Хәмитов ИТАР-ТАСС агентлығының генераль директоры Виталий Игнатенко менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС)» федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Виталий Игнатенко менән осрашты.

Осрашыу барышында Башҡортостанда «Волга буйы федераль округы иҡтисадына инновациялар индереүҙе мәғлүмәти тәьмин итеү» семинар-кәңәшмәһен ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде, кәңәшмә Өфөлә 11-13 декабрҙә үтәсәк. Сараға Рәсәйҙең күп төбәктәренән агентлыҡ хәбәрселәре йыйыласаҡ.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ИТАР-ТАСС ҡарамағында һәм Башҡортостан Президенты Хакимиәте ярҙамында бындай семинар-кәңәшмә төбәктә тәүгә үтәсәк.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһы «Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС)» федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән 1980-се йылдар урталарынан башлап хеҙмәттәшлек итә.

2011 йылдың 5 апрелендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов йөҙөндә Башҡортостан Хөкүмәте менән ИТАР-ТАСС агентлығы араһында мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелде. Документҡа республиканың сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошон оператив, дөрөҫ һәм бөтә яҡлап яҡтыртыу, төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен нығытыу маҡсатында ҡул ҡуйылды.

2011 йылдың июнендә Башҡортостан Президенты Хакимиәте ИТАР-ТАСС менән берлектә Рәсәйҙең алдынғы киң мәғлүмәт сараларының баш редакторҙары өсөн республикаға матбуғат туры ойошторҙо. 2011 йылдың июль һәм октябрь айҙарында ИТАР-ТАСС агентлығы менән берлектә Башҡортостанда Көньяҡ Корея һәм БДБ илдәренең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат турҙары үткәрелде.