5 декабрь, Дүшәмбе

08 декабрь 2011 йыл, 17:42

Өфөлә туған телдәр буйынса олимпиадалар үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң башҡорт һәм рус телдәрендә дөйөм белем биреү учреждениеларының 7-11 синыф уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың II этабы шәмбе, 10 декабрҙә, Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында үтәсәк. Муниципаль этапта башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ өйрәнгән 231 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашасаҡ.

Шулай уҡ 10 декабрҙә 9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһының II этабы үтәсәк. Унда татар телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ өйрәнгән 143 бала ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр баш ҡала Мәғариф идаралығының Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәгенән.