Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Бюджетниктарҙың эш хаҡы 2012 йылда 15 процентҡа артасаҡ

Иҡтисад

Бюджетниктарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 2012 йылда 15 процентҡа артасаҡ.

— Башҡортостан Республикаһы бюджетына киләһе йылға эш хаҡын арттырыуға седстволар һалынған. Оптималләштереүҙе, бюджеттан тыш средстволарҙы йәлеп итеүҙе, үҙаллы эшләп алынған средстволарҙы иҫәптә тотҡанда, ул аҡсалар бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын 15 процентҡа арттырыуға етәсәк, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рузалия Хисмәтуллина интернет менән ҡулланыусылар менән онлайн-конференцияһы барышында.

Уның һүҙҙәренсә, был саралар 2014 йылға төбәктә уртаса эш хаҡын бер ярым тапҡырға арттырыу буйынса республика Президенты тарафынан ҡуйылған бурыс сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

— Бюджет өлкәһендә был күрһәткестәргә, әлбиттә, өлгәшеләсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Финанс министрлығы башлығы.

Рузалия Хисмәтуллина, ағымдағы йылда Рәсәйҙә бюджетниктарҙың эш хаҡы ике тапҡыр арттырылды, тип билдәләне. Һәм Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәрҙән айырылып тора:

— Рәсәй буйынса эш хаҡы беренсе тапҡыр 1 июндән арттырылһа, Башҡортостан быны 1 ғинуарҙан уҡ ғәмәлгә ашырҙы, — тине финанс министры һәм икенсе айырма тураһында ла әйтте:

— Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 1 июндән 4611 һумға тиклем арттырылһа, Башҡортостанда минималь эш хаҡы, беренсенән, 5500 һумға тиклем арттырылды, икенсенән, республика был сараны 1 ғинуарҙан уҡ үткәрҙе.

Икенсе тапҡыр бөтә бюджетниктарҙың эш хаҡы 1 октябрҙән арттырылды. Артым йәнә 6,5 процент тәшкил итте.

Бынан тыш, 1 сентябрҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡы 30 процентҡа арттырылды, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡы арттырылды. Башҡортостан Президенты указы менән 1 октябрҙән уларҙың эш хаҡына өҫтәмә күләме ике тапҡырға арттырылды. Ағымдағы йыл аҙағынаса был маҡсаттарға 150 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк. Рузалия Хисмәтуллина средстволарҙың тулыһынса республика бюджетынан бүленеүен билдәләне. Шулай итеп, ниндәй муниципаль районда эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, арттырылған хеҙмәт хаҡына һәр тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының башҡа хеҙмәткәрҙәре иҫәп тота ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть