5 декабрь, Дүшәмбе

08 декабрь 2011 йыл, 14:50

Стәрлетамаҡ - «Балалар өсөн тиң мөмкинлектәр ҡалаһы»

автор: Людмила Терновая

«Балалар өсөн тиң мөмкинлектәр ҡалаһы» дөйөм Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ 100 меңдән ашыу халҡы булған ҡалалар категорияһында өсөнсө урын алды, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Инвалид балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылған ҡалаларҙы билдәләүгә йүнәлтелгән конкурстың ойоштороусылары булып Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды һәм Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалар ассоциацияһы сығыш яһаған. Конкурста Рәсәйҙең 52 төбәгенән 128 ҡала ҡатнашҡан.

Стәрлетамаҡ жюри хөкөмөнә һуңғы йыл дауамында инвалид балалар менән эшләүҙең төп һөҙөмтәләре сағылдырылған альбом тәҡдим иткән. Альбомда айырым иғтибарға мохтаж балаларҙың тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса һәр төрлө дәүләт һәм муниципаль структураларҙың ведомство-ара хеҙмәттәшлеге тураһында фотоотчет та бирелгән.  

Еңеүсе ҡалаларҙы бүләкләү тантанаһы яҡын арала Федерация Советында үтәсәк.