4 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2011 йыл, 13:05

Рәсәйҙең төп Яңы йыл шыршыһына Башҡортостандан 115 бала барасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһына Дәүләт Кремль һарайына Башҡортостандан 115 бала саҡырылған. Әкиәт тамашаһы 25 декабрҙә үтәсәк.

Башҡортосан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге белгес-эксперты Роза Зәйнәшева хәбәр итеүенсә, Кремль шыршыһына балалар йорттарында һәм интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр, социаль яҡланмаған ғаиләләрҙән балалар, уҡыу алдынғылары, олимпиада, ярыш, ижади конкурстарҙа еңеүселәр, призерҙар һәм лауреаттар барасаҡ. Шулай уҡ делегация составында – хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең балалары.

— Балалар менән ҡуша өлкәндәр – полиция хеҙмәткәрҙәре, табиптар, педагогтар, Мәғариф министрлығы белгестәре барасаҡ, — тине Роза Зәйнәшева.

Быйыл балалар өсөн ике сәғәтлек «Лукоморье» мюзиклын әҙерләгәндәр. Шулай уҡ фойела байрам программаһы ойоштороласаҡ. Һәр бала иҫтәлеккә бүләк-сувенир аласаҡ.

Төрлө субъекттарҙан килгән барлыҡ ҡатнашыусылар «Измайлово» ҡунаҡхана комплексында урынлаштырыласаҡ. Кремлдәге тамашанан тыш, балалар өсөн Мәскәү буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.