11 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2011 йыл, 12:41

Өфөнөң «Динамо» стадионында көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

12-14 декабрҙә Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтәсәк.

Ярыштарға Рәсәй Федерацияһының 59 төбәгенән спортсылар саҡырылған, шулай уҡ Тажикстан һәм Үзбәкстан көрәшселәренең дә килеүе көтөлә.

Сараны асыу тантанаһы һәм ҡатнашыусылар парады 13 декабрҙә 12 сәғәттә башланасаҡ. 12:30 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры ҡатнашлығында матбуғат конференцияһын үткәреү планлаштырыла.

Финал ярыштары 14 декабрҙә буласаҡ.

Ярыштар киләһе ауырлыҡ категориялары буйынса үтәсәк: егеттәр (16-19 йәш) — 50, 55, 60, 65, 70, 75, 80-гә тиклем, 80 килограмдан ашыу; өлкәндәр (19 йәштән өлкәнерәктәр) — 60, 65, 70, 75, 80, 85, 90, 100-гә тиклем, 100 килограмдан ашыу.

темалар: көрәш