Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Туғыҙ айҙа Башҡортостанда 46213 сабый тыуған

Йәмғиәт

Башҡортостанстат статистиктары халыҡтың туғыҙ айҙағы тәбиғи үҫешен анализлаған. Был арала Башҡортостанда 46213 кеше тыуған, уҙған йыл менән сағыштырғанда был 2,4 процентҡа кәмерәк. Республиканың биш ҡалаһында һәм 12 муниципаль районында тыуым артыуы теркәлгән.

Күңелһеҙ статистикаға ярашлы, йыл башынан алып 45491 кеше вафат булған. Уҙған йылға ҡарата вафат булғандар иҫәбе 35 кешегә артҡан. Төбәк халҡы башлыса ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлә. Яман шеш ауырыуҙары – икенсе урында. Ҡартлыҡтан 4975 кеше үлгән. Фажиғәле осраҡтар һәм транспорт авариялары 4935 кешенең ғүмерен өҙгән.

Дөйөм алғанда республикала тыуғандар һаны вафат булғандарҙан 1,6 процентҡа күберәк. Халыҡтың тәбиғи артыуы 722 кешене тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть