Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Дәүләт Йыйылышы депутаттары яҙғы сессияла йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерәсәк

Сәйәсәт

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының сираттағы ултырышы үтте. Депутаттар Дәүләт Йыйылышы Президиумының  киләһе ултырышының көн тәртибенә индереүгә тәҡдим ителгән бер нисә закон проектын ҡараны. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары) тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы, «Документтарҙың мотлаҡ экземпляры тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика закондары проекттары ла улар иҫәбендә.

Комитет «Мәғариф тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын да ҡарарға тәҡдим итте. Үҙгәрештәргә ярашлы, дәүләт власы органдары мәктәптә туған тел һәм туған әҙәбиәтте өйрәнгән кешеләргә үрҙә һаналған дисциплиналар буйынса дәүләт аттестацияһы формаһын һәм уны үткәреү тәртибен билдәләйәсәк. Башҡортостан парламентарийҙары яҙғы сессия осоронда йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу проблемаһы буйынса фәнни конференция үткәреү кәрәклегенә лә туҡталды. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был мәсьәлә үткән аҙнала Башҡортостан Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә күтәрелгәйне. Депутаттар фекеренсә, сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу проблемаһы ведомство-ара характерҙа иҫәпләнә. Был мәсьәләне хеҙмәт баҙарында теге йәки был белгестәрҙең ниндәй һорау менән ҡулланыуына етди анализ үткәргәндән һуң ғына хәл итергә мөмкин. Йәнә депутаттар әйтеүенсә, төбәктә урта махсус белем биреү учреждениелары иҫәбен ҡыҫҡартырға кәрәк. Ошо рәүешле белем биреү процесы сифатына акцент яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть