Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан бюджетының яртыһы 2012 йылда һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа китәсәк

Иҡтисад

Башҡортостан бюджеты сығымдарының дүрттән бер өлөшө 2012 йылда һаулыҡ һаҡлауға китәсәк. Средстволарҙың шундай уҡ күләме, аныҡлап әйткәндә, 24 процент, мәғариф өлкәһен финанслауға йүнәлтелә. Был хаҡта кисә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференция барышында БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина белдерҙе.

— Бюджеттың социаль өлкәгә бүленгән өлөшө әүәлгесә ҙур булып ҡала һәм 2012 йылда ул 73,3 процентты тәшкил итәсәк, — тип билдәләне БР Финанс министрлығы башлығы, Президент Рөстәм Хәмитовтың 2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһындағы законға ҡул ҡуйыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Республика ҡаҙнаһының табыш өлөшө 91,5 млрд һум күләмендә раҫланған, сығымдар 106,5 млрд һумды тәшкил итәсәк.

Теги: бюджет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть