10 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2011 йыл, 9:50

«Өфө» аэропорты осоштар географияһын киңәйтә

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының төп етештереү күрһәткестәре юғары булып ҡала. Ағымдағы йылдың ноябрендә 130936 пассажир хеҙмәтләндерелгән, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 11 процентҡа күберәк.

Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, 859 осош һәм ултырыу операцияһы башҡарылған (план 101 процентҡа үтәлгән), һауа судноларының дөйөм осош массаһы 51189 тоннаны тәшкил иткән (103%).

Предприятиеның маркетинг бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, аэропорт белгестәре авиакомпаниялар менән берлектә осоштар географияһын киңәйтеү һәм булған маршруттарҙағы рейстар йышлығын арттырыу буйынса әүҙем эш алып барыуын дауам итә. Мәҫәлән, «Аэрофлот-норд» авиакомпанияһы Норильскиға авиарейстар асһа, «Ырымбур авиалиниялары» – Саньяға, «Руслайн» — «Сорғот – Өфө – Краснодар», «Краснодар – Өфө – Яңы Уренгой» һәм «Краснодар — Өфө — Нижневартовск» маршруты буйынса, ә «Трансаэро» Дубайға оса башлаған.