Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Активтар күләме буйынса Башҡортостандың Микрофинанслау үҙәге Рәсәйҙә – туғыҙынсы урында

Иҡтисад

2011 йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостан Республикаһының Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы дөйөм Рәсәй микрофинанслау ойошмаларының дәүләт реестрына индерелде. Тейешле ҡарар Рәсәй Федераль финанс баҙарҙар хеҙмәте менән ҡабул ителде, тип хәбәр итте БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

«БР Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү буйынса республика программаһын үтәүсе булып тора. Микрофинанслау үҙәге активтары күләме 178,75 млн һумды тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса үҙәк Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең микрофинанслау ойошмалары араһында туғыҙынса урында килә.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан территорияһында Микрофинанслау үҙәгенең 9 офисы эшләй, улар эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар үткәрә, йылына 11 процентлыҡ билдәләнгән ставка буйынса бер миллион һумға тиклем микрозаймдар алыуға заявкалар ҡабул итә һәм килешеүҙәр төҙөй.

Быйыл бындай төрҙәге дәүләт ярҙамын республиканың 200-ҙән ашыу эшҡыуары алған. Ни бары 2,5 йыл эсендә Микрофинанслау үҙәге менән эшҡыуарҙарға миллиард һумдың өстән бер өлөшөнән ашыу суммаға микрозаймдар бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть