6 декабрь, Шишәмбе

08 декабрь 2011 йыл, 8:37

Рөстәм Хәмитов Шарджда ҡулға алынған күп балалы әсәне Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһен шәхси контроленә алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шардж ҡалаһында (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) ҡулға алынған Гүзәл Иҙрисованы Башҡортостанға ҡайтарыу мәсьәләһен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхси контроленә алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Талбазы ҡасабаһында йәшәүсе Гүзәл Иҙрисова ноябрь башында туристик путевка буйынса Шарджға юллана. Долларҙы урындағы валютаға алмаштырыу пунктында уны, ялған аҡса һатыуҙа йәки индереүҙә ғәйепләп, ҡулға алалар.

Гүзәлдең туғандары әйтеүенсә, урындағы магазиндарҙа әйбер алыу өсөн ул долларҙарҙы урындағы валютаға алмаштырырға ниәтләй. Аҡсаны тикшергәс, кассир полиция саҡырта. Ҡатынды ялған аҡса менән эш иткәне өсөн ҡулға алалар.  Уны ҡайҙан алыуын Гүзәл аңлата алмай. Әле ул отелдә йәшәй, әммә уны ташлап китә алмай.

Талбазыла әсәне биш балаһы көтә. Былтыр Гүзәлгә  «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылғайны.

Был мәсьәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхсән үҙе контролдә тота. Башҡортостан Президентының ҡушыуы буйынса ғаиләгә психологик һәм социаль ярҙам күрһәтелә. Ғаиләһе аҡсаға мохтаж түгел, тип ғаилә башлығы матди ярҙамдан баш тартты.  

Башҡортостан Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең Дубайҙағы Генераль консуллығы вәкилдәре менән бәйләнешкә инде. Генераль консул эште ҡарауҙы тиҙләтеү юлламаһы менән Шардждың генераль прокуроры Маджад Аль-Омрани менән осрашты һәм Гүзәл Иҙрисованың эшен ҡарауҙы тиҙләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре Гүзәл Иҙрисова менән даими бәйләнештә һәм уға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтә, тип хәбәр иттеләр республика башлығының мабуғат хеҙмәтенән.  

темалар: бр президенты