9 декабрь, Йома

08 декабрь 2011 йыл, 8:03

Мифтахетдин Аҡмулла көндәре 12 декабрҙә башланасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә арналған биш көнгә һуҙыласаҡ саралар Башҡортостанда 12 декабрҙә башланасаҡ. Йыл һайын үткәрелеүсе байрам быйыл шағирҙың тыуыуына 180 йыл тулыуға ҡарата ойошторола һәм республиканың баш ҡалаһында ла, Аҡмулланың тыуған ере – Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ла үткәреләсәк.

Атап әйткәндә, «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү ҡаралған. Уның сиктәрендә алты секция ултырышы үтәсәк. Унда тарихи-фәлсәфәүи мираҫҡа, мәғрифәтселек традицияларына һәм хәҙерге педагогия вузын тамамлаусы студентты формалаштырыуҙың инновацион нигеҙҙәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Бынан тыш, Аҡмулла ижады буйынса 5-11 класс уҡыусылары араһында үткәрелгән  интернет-олимпиадаға йомғаҡ яһаласаҡ һәм уның еңеүселәре бүләкләнәсәк. Шулай уҡ «Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә дини һәм мифологик мотивтар» темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ, төрки халыҡтарының шиғыр кисәһе үткәреләсәк.

Өфөлә «Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге» фольклор байрамы төп сара буласаҡ. Ул 16 декабргә билдәләнгән. Ошондай уҡ тағы бер сара, әммә республика күләмендәгеһе, мәғрифәтсенең тыуған ере — Миәкә районында ла әҙерләнә. 17 декабрҙә бында  «Аҡмулла нәсихәттәре» байрамы үткәреләсәк.

темалар: хәтер