8 декабрь, Кесе йома

08 декабрь 2011 йыл, 7:47

2012 йылда студенттарға стипендиялар арттырыласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Студенттарҙың стипендиялары 2012 йылда 26 процентҡа артасаҡ.

— Федераль, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының власть органдары ҡарары менән стипендия фонды 1 ғинуарҙан – 20 процентҡа, 1 октябрҙән йәнә  алты процентҡа арттырыласаҡ, — тип белдерҙе БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина, интернет ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп. Традицион онлайн-конференция кисә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үтте.

Рузалия Хисмәтуллинаның билдәләүенсә, 2012 йылға  республика ҡаҙнаһының сығымдар өлөшөн формалаштырғанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡын арттырыу ҙа иҫәпкә алынған. Ағымдағы йылда уларҙың эш хаҡы ике тапҡыр күтәрелде: 1 ғинуарҙан һәм 1 октябрҙән. Финанс министрлығы башлығы, уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыуға средстволар, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмәләр республика бюджетында тулы күләмдә һалынған, тип айырым билдәләп үтте.