8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2011 йыл, 17:27

Өфөлә Афғанстандағы һуғышҡа арналған экспозиция асыла

автор: Тимур Рәхмәтуллин

9 декабрҙә Республика Хәрби дан музейында Афғанстандағы һуғышҡа һәм унда ҡатнашҡан республика улдарына арналған «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» экспозицияһы асыла. Күргәҙмә БР Хөкүмәте, Республика хәрби хәрәкәт ветерандары йәмәғәт ойошмаларының Координацион советы, Башҡортостандың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы, Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркы ярҙамында БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика Хәрби дан музейы, Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының төбәк бүлексәһе менән ойошторолған. Экспозицияны үткәреүҙә тематик китаптар күргәҙмәһе менән Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға бәйле эшмәкәрлеге тураһындағы күргәҙмәһе менән Республиканың ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге ҡатнаша.

Музейҙан хәбәр итеүҙәренсә, экспозиция хәрби бурысын үтәгән һалдат һәм офицерҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында ойошторола.

Күргәҙмәне асыу тантанаһына республика Хөкүмәте, йәмәғәт ойошмалары, һуғыш ветерандары һәм Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары саҡырылған.

Экспозицияны асыу тантанаһы 15 сәғәткә билдәләнгән.