4 декабрь, Йәкшәмбе

07 декабрь 2011 йыл, 17:26

БЮТ Төркиә башҡорттары тураһында тапшырыуҙар күрһәтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссеры Рәфил Аҫылғужин һәм БЮТ операторы Илдар Насретдинов, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы ярҙамы менән, Төркиәнең Истанбул һәм Анкара ҡалаларында тапшырыуҙар әҙерләгән. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, тележурналистар Төркиә башҡорттарының тормошо һәм Хакасияның беренсе профессоры Николай Катанов китапханаһы тураһында тапшырыуҙар әҙерләгән. 2012 йылда билдәле профессорҙың тыуыуына 150 йыл туласаҡ. Профессор Катанов, күп төрки халыҡтарҙың этнографияһы һәм теленән тыш, башҡорт халҡының этнографияһын да тикшергән, шулай уҡ билдәле башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың фәнни ҡарашына ла ҙур йоғонто яһаған. Әлеге ваҡытта Николай Катановтың шәхси китапханаһы Истанбул университетының Тюркология институты китапханаһы нигеҙе булып тора. Билдәле булыуынса, Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы 2012 йылды Хакасия ғалимы Николай Катанов һәм Әзербайжан яҙыусыһы Мирза Фатали Ахундов йылы тип иғлан итте.

Төшөрөлгән материалдарға нигеҙләнеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙар һәм документаль фильм әҙерләргә планлаштыра.