Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

Иртәгә, 8 декабрҙә, Өфөлә сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Унда 15 эш биреүсенең ҡатнашыуы көтөлә. Сәнәғәт предприятиеларында булған буш эш урындарынан тыш, йәрминкәлә иҡтисадтың башҡа тармаҡтарынан да вакансиялар тәҡдим ителәсәк.

— Иртәгә беҙҙең йәрминкәгә килеүселәргә инженер-техник белгестәр, менеджер, коммерция директоры, логист, экономист, һаҡсы вакансиялары тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, теләгән һәр кем беҙҙең вакансиялар альбомы менән файҙалана аласаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Ғәҙәттәгесә, вакансиялар йәрминкәһе 10-12 сәғәттәрҙә ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә (Ибраһимов бульвары, 47/1) үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть