8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2011 йыл, 16:33

Миграция ағымы республикала 182 мең кешегә еткән

автор: Ғәлиә Нәбиева

181,9 мең кеше Башҡортостанда даими йәшәү урынын алмаштырған. Туғыҙ айҙағы миграция ағымы күләмен (республикаға күсеп килгән һәм күсеп киткәндәр иҫәбен) Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәре һанап сығарған.

Быйыл республиканан 30,3 мең кеше киткән. 24,1 мең кеше үҙҙәренең элекке йәшәү урынын Башҡортостан Республикаһына алмаштырған. 64 мең самаһы кеше республика эсендә бер урындан икенсе урынға күскән.

Һөҙөмтәлә туғыҙ айҙа республикала миграция арҡаһында халыҡ иҫәбе 6200 кешегә кәмегән. Былтыр иһә, киреһенсә, республика халҡының 1224 кешегә артыуы күҙәтелгән булған. Миграция иҫәбенә халыҡ артыуы ике ҡалала — Өфөлә һәм Октябрьскийҙа, йәнә 9 муниципаль районда ғына күҙәтелә.

Әйтергә кәрәк, Рәсәй сиктәрендә миграция ағымы кәмей, ә БДБ илдәре менән, киреһенсә, арта ғына бара.