10 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2011 йыл, 16:05

8 декабрҙә Өфөлә урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса «тура бәйләнеш» ойошторола

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Күзбәков граждандар һорауҙарына яуап бирәсәк. Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса «тура бәйләнеш» Өфөлә 8 декабрҙә 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем 276-84-97 телефоны буйынса ойоштороласаҡ.

Республика парламенты депутаты әйтеүенсә, бындай форматта ул тәүге тапҡыр аралаша.

— Дәүләт Йыйылышы Комитеты рәйесе булараҡ тәүге тапҡыр «тура бәйләнеш» үткәрәм, — ти Рөстәм Күзбәков. – Быны закондар сығарыу власы органдары вәкилдәренең һайлаусылар, халыҡ менән аралашыуының бер формаһы, тип иҫәпләйем. Депутаттарҙың мөрәжәғәттәр буйынса урындарға сығыу, халыҡ менән осрашыу өсөн һәр ваҡыт мөмкинселеге юҡ. Кешеләр ҙә, үҙ сиратында, кәрәк саҡта депутаттарға шәхси рәүештә мөрәжәғәт итә алмай. «Тура бәйләнеш» – ул ирекле, һәр кем файҙалана алырлыҡ аралашыу формаһы. Депутат булараҡ минең тарафтан тәҡдим ителәсәк саралар «тура бәйләнеш» һөҙөмтәһе буласаҡ. Шулай итеп, кәрәк булһа, мәсьәлә рәсми рәүештә лә ҡарала ала.

Йәнә Рөстәм Күзбәковтың әйтеүенсә, бындай форматта аралашыу айырым йүнәлештәрҙәге хәлдәрҙе анализлау өсөн дә кәрәк. Аралашыу барышында урындағы үҙидара мәсьәләләрендәге проблемалы мәлдәр асыҡланасаҡ, республиканың закон сығарыусылары «тура бәйләнеш» дауамында алынған мәғлүмәтте үҙҙәренең артабанғы эшмәкәрлегендә ҡуллана аласаҡ.