9 декабрь, Йома

07 декабрь 2011 йыл, 15:17

9 декабрҙә балалар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

9 декабрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә балалар хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле мәсьәләләр буйынса граждандар ҡабул итеү ойоштороласаҡ.

Ҡабул итеүҙе Башҡортостан Республикаһындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова үткәрә.

Башлана — сәғәт 10-да.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс