11 декабрь, Йәкшәмбе

07 декабрь 2011 йыл, 14:01

Именлек советы төбәктәге экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

7 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов экологик сәнәғәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы ултырышын үткәрҙе.

— Экологик күҙлектән ҡарағанда республикала хәлдәрҙең ярайһы ҡатмарлы булыуы тураһында һөйләүҙең кәрәге юҡ. Был аңлашыла ла, сөнки Башҡортостан сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән төбәк булып тора, һәм территорияны сәнәғәт предприятиелары менән тулыландырыу экологик проблемаларға ла булышлыҡ итә, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Әүәлдән шулай һалынған: республикала сәнәғәт производстволары, шул иҫәптән экологик яҡтан имен булмағандары ныҡ күп, — тип билдәләне республика башлығы. — Һауаның зарарлы газдар менән бысраныуына бәйле иң күп ялыуҙар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай халҡынан килә. Орджоникидзе һәм Калинин райондары халҡы, мәҫәлән, әүәлгесә әсе еҫкә зарлана, ул айырыуса төнөн, иртәнгә табан йәки ял көндәрендә ныҡ һиҙелә.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, экологик хәүефһеҙлеккә бигерәк тә яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларында иғтибар бирелергә тейеш, сөнки тирә-яҡ мөхитте бысратыуға алып килгән аварияларҙың күбеһе тап ошо комплекстың предприятиеларына тура килә. Нефть продукттары түгелеүенән, уларҙың һыу ятҡылыҡтарына эләгеүенән күрелгән зыяндан тыш, нефть шламы амбарҙарының тулыуы арҡаһында ер аҫты һәм грунт һыуҙары бысрана. Бына ни өсөн уларҙы бөтөрөү, эшкәртеү һәм эсендә булғанды утилләштереү менән әүҙемерәк шөғөлләнергә кәрәк.

— Сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә бик мөһим. Йөҙәр меңләгән кеше йәшәгән ҙур ҡалалар эсендә урынлашҡан был объекттарҙағы аварияларҙың нимәгә алып килеүен аңлатырға кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Был йәһәттән хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары йөҙ процентҡа үтәлергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ҡануниәт менән производство объекттарын проектлауға, төҙөүгә һәм файҙаланыуға ҡарата ҡаты талаптар билдәләнгән, әммә улар һәр ваҡыт үтәлмәй, тип билдәләне республика башлығы.

Төбәктә производствола имгәнеүҙәрҙең артыуын күрһәткән һандар ҙа был турала һөйләй. Быйыл хәүефле производство объекттарындағы авариялар иҫәбе, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, алты осраҡтан туғыҙға еткән.  

— Ағымдағы йылдың 10 айында бәхетһеҙлек осраҡтары һөҙөмтәһендә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтыр иһә йыл дауамында дүртәү һәләк булған. Быҙ бындай фажиғәләргә бөтөнләй юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ, — тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Президенты.