5 декабрь, Дүшәмбе

07 декабрь 2011 йыл, 12:51

«Рәсәйҙең иҡтисади тергеҙелеүе» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына журналистар эштәрен ҡабул итеү тамамлана

автор: Алик Шакиров

«Рәсәйҙең иҡтисади тергеҙелеүе» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына журналистар эштәрен ҡабул итеү аҙағына ла яҡынлашты. Башҡортостан Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, «журналистикала иҡтисади йүнәлеште һәм киң мәғлүмәт саралары менән илдә эшҡыуарлыҡтың үҫеш проблемаларының һәм уңыштарының объектив яҡтыртылыуын үҫтереүҙе дәртләндереү конкурстың төп маҡсаты булып тора».

Эштәр 2011 йылдың 12 декабренә тиклем ҡабул ителә.

Конкурста еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнәсәк.

Эштәрҙе «БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы конкурсына» билдәһе менән Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Киң мәғлүмәт саралары бүлеге адресы буйынса, йәки olle73@mail.ru  электрон почтаһы буйынса ебәрергә.

Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 2011 йылдың 21 декабрендә үтәсәк. Әйткәндәй, был көндө Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Матбуғат балы үтәсәк.

Иң яҡшы эштәр РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Рәсәй Журналистар союзы менән ойошторолған конкурстың финалына тәҡдим ителәсәк.

Конкурс положениеһы менән БР Журналистар союзы сайтында танышырға була.