7 декабрь, Шаршамбы

07 декабрь 2011 йыл, 12:23

Өфөлә күсемһеҙ милек буйынса участка эксперттары эшләйәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә күсемһеҙ милек буйынса тәүге участка эксперттарына таныҡлыҡтар тапшырылды, улар яҡын арала үҙҙәренең биҫтәләрендә эш башлаясаҡ. Был белгестәр бөтә йорттарҙың да ниндәй типта булыуын, биҫтә инфраструктураһын һәм уртаса хаҡтарҙы ғына түгел, үҙҙәренең участкаһындағы барлыҡ тәҡдимдәрҙе лә яҡшы беләсәк. Ул һатыуға ҡуйылған фатирҙарҙы өйрәнергә һәм милек хужаларына ярҙам итергә бурыслы. Бындай технологияның иң ҙур өҫтөнлөгө шунда – эксперт бөтә нәмәлә хәбәрҙар булыуынан тыш, фатирҙарға булған һорауҙы ла яҡшы беләсәк, сөнки биҫтәлә йәшәгән кешеләр һәм тап ошо райондан торлаҡ эҙләгән клиенттар менән бәйләнеш тотасаҡ. Был хаҡта «Квадрум.ру» махсуслашҡан порталы хәбәр итә.

Ағымдағы йылдың сентябренән алып күсемһеҙ милеккә хаҡтар ҡаланың 115 биҫтәһе һәм фатир төрҙәре буйынса иҫәпләнә. Хәҙер биҫтә атамаһы эргәһендә күсемһеҙ милек буйынса участка эксперты тураһындағы мәғлүмәт тә биреләсәк.  

Һөҙөмтәлә билдәле округта йәшәүселәр үҙҙәренең участка экспертын яҡындан беләсәк һәм уға мөрәжәғәт итә аласаҡ. Ул иһә граждандарға кәңәштәре менән ярҙам итәсәк, һатыу-һатып алыу үҙенсәлектәрен аңлатасаҡ, үҙенең хеҙмәттәре тураһында һөйләйәсәк, һәм, әлбиттә, торлаҡ хаҡын иҫәпләп сығарасаҡ.

Бындай технология тиҫтә йылдар дауамында АҠШ-тың һәм башҡа сит илдәрҙең күсемһеҙ милек баҙарҙарында уңышлы ҡулланыла.