Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Бокс федерацияһының яңы рәйесе һайланды

Йәмғиәт

Көн элгәре Башҡортостан Республикаһының Бокс федерацияһы президиумы ултырышы үтте, унда БР Бокс федерацияһы рәйесе итеп Илфат Рәжәпов бер тауыштан һайланды. Унан алда эшләгән Рәмил Нәбиев вазифаһынан үҙ теләге менән бушатылды.

Илфат Рәжәпов – дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы, донъя һәм Европа чемпионаты финалисы, Сиднейҙа Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.

Артабан Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарынан бокс буйынса тренер-уҡытыусылар ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыш үтте.

Ултырышта Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, төбәктә боксты үҫтереү һәм БР Бокс федерацияһын үҫтереү планын әҙерләү мәсьәләләре кәңәшмәнең төп маҡсаты булып тора, тип билдәләне.

— Республикала бокс буйынса йәмғеһе 30-ҙан ашыу бүлек эшләп килә. Яҡын арала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының бокс буйынса үҙәк клубын асыу планлаштырыла, — тине министр.

Үтеп барған йыл һөҙөмтәләре тураһында БР Бокс федерацияһының баш тренеры Рим Башаров һөйләне.

— Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бокс буйынса 86 тренер бар, улар 3,5 мең спортсы менән эшләй. Уларҙан 33 тренер һәм 1100 спортсы Өфөлә шөғөлләнә.

Рим Шәмсетдин улы, был спорт төрө тик Бөрө районында ғына үҫтерелмәй, тип борсолоуын белдерҙе.

Сарала шулай уҡ республиканың ирҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры Юрий Шокуров һәм БР Бокс федерацияһының судьялар коллегияһы рәйесе Владимир Матвеев сығыш яһаны.

Теги: бокс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть