8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2011 йыл, 10:58

Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһы буйынса аграрийҙарҙы кредитлау күләме 27,1 процентҡа артҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

2008-2012 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү дәүләт программаһы сиктәрендә ауыл эшсәндәре 318 миллиард һумдан ашыу суммаға кредит алған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 26,5 процентҡа күберәк.

Рәсәй Ауыл хужалығы банкыһының Башҡортостан бүлексәһе мәғлүмәтенә ярашлы, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға бирелгән кредиттар күләме һиҙелерлек артҡан – 92,9 процентҡа. Өс квартал йомғаҡтары буйынса был маҡсатҡа 35,3 млрд һумлыҡ кредиттар бирелгән.

Мал һатып алыуға аграрийҙар быйыл дәүләт программаһы сиктәрендә 5 млрд һум тиерлек сумманы йәлеп иткән — былтырғы ошондай уҡ осорға ҡарағанда 11,4 процентҡа күберәк. Малсылыҡ комплекстары төҙөүгә һәм модернизациялауға йүнәлтелгән кредиттар күләме 20,4 млрд һумды тәшкил иткән. Дәүләт программаһы буйынса бирелгән иң ҙур күләмдәге кредит средстволары миҙгелле баҫыу эштәрен үткәреүгә тура килә — 124,3 млрд һум, уҙған йылға ҡарағанда был өстән бер өлөшкә тиерлек күберәк.

Быйылғы йылдың өс кварталында Рәсәй Ауыл хужалығы банкы менән бирелгән ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән кредиттар күләме 204,6 млрд һумға еткән, былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда был 27,1 процентҡа күберәк. Йыл башынан алып банк оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән 113,9 млрд һумлыҡ кредиттар биргән — былтырғыға ҡарағанда был дүрттән бер өлөшкә күберәк.