Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сәнғәт күргәҙмәләре менән алмашасаҡ

Йәмғиәт

2012 йылдың апрель-май айҙарында Өфөлә — Силәбе рәссамдарының, ә Силәбелә Өфө рәссамдарының күргәҙмәһе үтәсәк. Бындай килешеүгә Силәбе өлкәһе мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Вячеслав Харюшиндың Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов менән осрашыуы барышында Силәбелә өлгәшелде. Сараларҙа Рәсәй Рәссамдар союзының төбәк бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, был проект Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға буласаҡ. Бындай ижади алмашыу күрше төбәктәр араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть